Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
7 Октябрь 2020, 13:30

Күп функциялы үҙәктең Раевка бүлексәһе - иң яҡшылар иҫәбендә

«Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге – 2020» республика конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Күп функциялы үҙәктәр араһында һөнәри бәйге иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау, ғариза биреүселәргә хеҙмәт күрһәтеү сифатын, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелә.

Быйыл бүлектәр һәм белгестәр араһында үткәрелгән конкурсҡа 150-нән ашыу ғариза бирелгән. «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге» номинацияһындағы лауреаттар араһында күп функциялы үҙәктең Раевка ауылындағы бүлексәһе (6-19 тәҙрәле) лә бар.

Фото: mfccentr.ru

Читайте нас: