Беренсе тапҡыр ул көрәш майҙанына алты йәшендә сыға, ә ун дүрт йәшендә инде үҙенән күпкә өлкәнерәк һәм тәжрибәлерәк көрәшселәрҙе лә еңел генә йығып һала. Утыҙ йыл район чемпионы, егерме биш йыл – зонаның абсолют чемпионы исемен йөрөтә, егерме йыл Башҡортостандың бер нисә районының һәм Ырымбур өлкәһенең бил бирмәҫ һабантуй батыры була. Ярты быуаттан артыҡ ваҡыт эсендә бик аҙҙар ғына Әхнәф батырҙы еңә ала. Уны башҡа төбәк көрәшселәре лә бер нисә тапҡыр келәмгә саҡыра һәм Әлшәй батыры был бәйгеләрҙән һәр ваҡыт лайыҡлы сыға.
Әхнәф Ҡотлозаманов Ибрай ауылында Ғәшүрә һәм Әхәт Ҡотлозамановтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Нәҡ Бөйөк Еңеүҙең ун бишенсе яҙында, 1959 йылдың 9 майында. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, баһадир кәүҙәле, көслө малай бала сағынан уҡ эшкә егелә. Өсөнсө синыфта уҡығанда уҡ каникул ваҡытында өлкәндәр менән бер рәттән колхоз болондарында бесән әҙерләшә, ферма көтөүен көтә. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында уҡый, армияға тиклем колхозда тракторсы булып эшләргә лә өлгөрә. Йыраҡ Көнсығышта хеҙмәт иткәндән һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, хужалыҡта тракторсы, шофер булып эшләй.
1985 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Әхнәф Әхәт улы мелиорация системаһында хеҙмәт һала. Оҙаҡ йылдар Әлшәй мелиорация системаларын эксплуатациялау участкаһына етәкселек итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр республика агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, Башҡортостан һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлыҡтарының рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары, шулай уҡ «Мелиорация өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һөнәри эшсәнлеге спорт, тренерлыҡ эшенән йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, ул көрәшселәр майҙанында сығыш яһап ҡына ҡалмай, Ибрай ауылы малайҙарына милли көрәш оҫталығы серҙәрен менән дә уртаҡлаша, үҙе уларҙы башҡа райондарға һәм ҡалаларға ярыштарға алып бара. Уның ярҙамы менән Ибрай көрәшселәре - республика чемпиондары Илдар Шафиҡов, Зәбир Фәйзуллин, Фидан Хөсәйенов, Вадим Насыров, Илгиз Хәлилов, Фәнис Садиҡов, Илнур Солтанғолов, Рәсәй чемпионы Баян Лоҡманов Әлшәй батырҙары данын дауам итте. Милли көрәш донъяһына йәш сағында ингән батыр ауыл малайҙарына үрнәк кенә булып ҡалмай, уларҙың остазына ла әйләнә.
- Көрәштәшемде беренсе тапҡыр еңгән көндө мин әле лә хәтерләйем. Был беҙҙең яратҡан байрамыбыҙ - Пионерия көне ине. Ул йылдарҙа был ярыш һабантуй рәүешендә барлыҡ спорт ярыштары – милли көрәш, арҡан тартыу, йәйәнән атыу, сүлмәк ватыу, велосипедта уҙыштар менән гөрләп үтә ине... Еңеүем өсөн мин ул ваҡытта беренсе автомобилемде оттом, дөрөҫ, уйынсыҡ ҡына ине ул. Уны миңә мәктәп директоры Рәшиҙә Шакир ҡыҙы Ғәбсабирова тапшырҙы, - тип йылмайып иҫкә ала Әхнәф Әхәт улы.
Һигеҙенсе синыфта ул беренсе тапҡыр өлкәндәр менән бер рәттән көрәшкә сыға. Салауат Юлаев исемендәге колхоздың ҡышҡы спартакиадаһы була ул. Шулай ҙа, йәш булыу сәбәпле, уны маҡтау пьедесталында урындар өсөн көрәшкә индермәйҙәр. Әхнәф дүртенсе урын яулай. Ә уның бер туған ағаһы Әхмәт еңеүсе була.
- 1982 йылда һабантуйҙа еңеп, беренсе тапҡыр тәкә алдым. Йыл һайын кәмендә шундай биш-алты призға лайыҡ булдым. Район һабантуйы чемпионы исемен 1978 йылда беренсе булып ағайым Әхмәт яуланы. 70-се йылдар аҙағынан 90-сы йылдарға тиклем һабантуйҙарҙа барлыҡ тәкәләрҙе беҙ, Ҡотлозамановтар, ала инек , - ти батыр.
Шул ваҡыттан башлап райондың милли көрәш йылъяҙмаһында Ҡотлозамановтар осоро башланды, тип әйтһәк тә һис арттырыу булмаҫ, моғайын. Әхнәфтең бер туғандары ла – өлкән ағаһы - туғыҙ тапҡыр район һабантуйы чемпионы Әхмәт, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йәшләй генә арабыҙҙан китә, һәм ҡустыһы - ун тапҡыр чемпион Хәниф, киң билдәле көрәшселәр булып таныла. Бер келәмдә атаһы менән улы көрәшкән саҡтар ҙа аҙ булмай. Әхнәф Әхәт улының эшен һөнәри дәрәжәлә улы Азат, физкультура уҡытыусыһы һәм милли көрәш буйынса тренер, дауам итә. Ун биш йылға яҡын аталы-уллы Ҡотлозамановтар парлашып һабантуй еңеүселәре була. Азат – 25 тапҡыр төрлө район һабантуйҙары чемпионы, Ҡалмыҡстанда уҙған Бөтә Рәсәй чемпионаты һәм башҡа бик күп ярыштар еңеүсеһе лә.
- 1988 йылда мине өмөтлө ҙур ауырлыҡ категорияһында көрәшсе булараҡ, Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн республика йыйылма командаһы составына индерҙеләр. Күнекмәләргә бара алманым. Силос ямында бульдозерҙа эшләгән еремдән ярыштарға алып киттеләр. Призлы урын ала алмаһам да, дүртенсе булдым, әммә командаға очколар килтерҙем. Унан 1995 йылда Шишмәлә Еңеүҙең 50 йыллығына бағышланған ярыштарҙа абсолют чемпион исемен яуланым. 1997-98 йылдарҙа профсоюздар спартакиадаһында, унда 45 район һәм ҡала вәкилдәре ҡатнашты, ике йыл рәттән абсолют чемпион булдым,- ти иҫкә ала Ибрай батыры. – Ә иң ҙур ярыштар Татарстанда булғандыр. 1987 йылда Әлмәттә Бөтә Союз чемпионаты уҙҙы, унда барлыҡ мосолман республика вәкилдәре ҡатнашты. Спортсылар дүрт минут - үҙҙәренең милли көрәш ҡағиҙәләре, дүрт минут – ярышташтарының ҡағиҙәләре буйынса көрәшергә тейеш ине. 90 килограмдан артыҡ ауырлыҡ категорияһында 42 иң көслө спортсы араһында мин дүртенсе урын яуланым,- тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Әхнәф ағай.
Көрәшсе сифатында батыр һуңғы тапҡыр майҙанға 60 йәшендә сыға. Был Ғафури районындағы һабантуйҙа була, унда Әлшәй, Дәүләкән, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Көйөргәҙе райондары спортсылары йыйыла. Иң ауыр атлет Әхнәф Ҡотлозамановтың сығышын иғлан иткәс, спортсылар, тороп баҫып, судьянан титуллы көрәшсе Рәсәйҙең спорт мастерының ҡулын өҫкә күтәреүен һорай һәм көрәшкә сығармай ғына уға еңеүсе исемен бирәләр.
- Мин ғүмерем буйы ата-бабаларым иҫтәлегенә лайыҡлы йәшәргә, боронғо дворян нәҫеле вәкилдәренең исеменә тап төшөрөрлөк ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа тырыштым. Атайым яғынан ике ҡарт олатайым да дворян булған, хәрби етәкселәр булып хеҙмәт иткән. Ҡарт олатайым Әбелнәғим Бәләбәй өйәҙе Ҡаҙанғол кантоны старшинаһына кулак исеме бирелеп, Себергә һөргөнгә ебәрелгәс, өләсәйем төндә атайым менән Ибрай ауылына килеп ҡасып ҡалған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ҡатын тиҙҙән вафат була. Атайым - уларҙың берҙән-бер улы - йәтим ҡалғанда ни бары ун йәшлек малай булып ҡала. Уны ағалары тәрбиәләп үҫтерә. Олатайым һөргөндән күп йылдар үткәс, 1948 йылда ғына ҡайта. 1950 йылда, указлы мулла булараҡ, Бөтә Союз мосолмандары съездында ҡатнаша. Атайым Порт-Артурҙа хеҙмәт иткән, Совет-Ҡытай дуҫлығы миҙалы менән бүләкләнгән, уға 1953 йылда был бүләкте Мао Цзэдун шәхсән үҙе тапшырған. Бер нисә синыф ҡына белеме булһа ла, парторг, ауыл Советы рәйесе, Яңы Раевка совхозының Сәпәш бүлексәһе управляющийы булып эшләй. Көрәшсе сифаты беҙгә, Ҡотлозамановтарға, ата-бабаларыбыҙҙан күскән. Ул ейәндәребеҙҙә лә дауам итер тип өмөтләнәм, - ти Әхнәф ағай.
Мәҡәләмде танылған башҡорт мәҙәниәт эшмәкәре, фольклорсы һәм ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың һүҙҙәре менән тамамлайһым килә. Ул 3 йыл элек билдәле музыкант Роберт Юлдашев менән Ибрай ауылының 280 йыллыҡ юбилейына килгән. Әхнәф батыр менән танышҡас, уға үҙенең китабын бүләк итә һәм унда былай тип яҙып ҡуя: «Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр миңә шундай данлыҡлы көрәшсе менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Йәмле Дим буйында тыуып-үҫкән Бөрйән ырыуы батыры Башҡорт иленең данлыҡлы көрәшсеһе Әхнәф Әхәт улы Ҡотлозамановҡа бәхет, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, дәрт һәм һаулыҡ теләйем».