Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...

Ҡармыш ауылынан Айгөл Риф ҡыҙы Йәнгирова бына оҙаҡ йылдар инде балаларҙы бейеү сәнғәтенә өйрәтә.

Дәүләкән районы ҡыҙы музыка, ритм, нәзәкәтлелек һәм хәрәкәт донъяһын бала сағынан уҡ үҙ итә. Тәүге бейеүен сәхнәлә икенсе синыфта уҡығанда башҡара. Шул ваҡыттан башлап ул бейеү донъяһында йәшәй.

Мәктәптә уҡығанда Айгөл һәр ваҡыт үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар араһында башлап йөрөүсе була. Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡығанда ла бейеү менән шөғөлләнеүен дауам итә. Бында инде ул үҙе студенттар менән хореографик постановкалар ҡуя. Бейеүҙәрҙән йыраҡ торған агроном һөнәрен үҙләштереүенә ҡарамаҫтан, техникумды тамамлағандан һуң, Ҡармыш ауылына килен булып төшөп, йәш әсәй булғас та, республиканың төп юғары аграр уҡыу йортон да тамамлай, әммә яратҡан шөғөлөнән айырыла алмай. Тиҙҙән был мауығыуы уны Пионерҙар йортона алып килә һәм бына бер нисә йыл инде бында өҫтәмә белем биреү педагогы булып уңышлы хеҙмәт һала.

Балалар менән эшләү дәүерендә Айгөл Риф ҡыҙы йөҙләгән ҡыҙ һәм малайҙы бейеү сәнғәтенә өйрәткән. Бөгөн дә ул күп кенә хореография конкурстары призерҙары һәм еңеүсеһе булған “Йәшлек” бейеү коллективының бер юлы бер нисә йәш төркөмө менән шөғөлләнә.

Бер генә байрам да Айгөл Риф ҡыҙы һәм уның тәрбиәләнеүселәренән башҡа уҙмай. Һәм районда гына ла түгел. Былтыр ғинуар айында коллективҡа “Башҡортостан тарихы биттәре” республика муниципаль берәмектәре марафоны сиктәрендә, Әлшәй районы данын яҡлап Башҡортостан дәүләт филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһау бәхете тейгән.

Атаһы– гармунсы, әсәһе – йырсы һәм бейеүсе, ҡустыһы баянсы булған музыкаль ғаиләлә үҫкән Айгөл Риф ҡыҙы үҙ балаларында ла сәнғәткә һөйөү уятырға тырыша. Бөгөн уның өс улы – Нияз, Айназ һәм Зәбир ҙә бейей, йырлай һәм музыка уйын ҡоралдарында уйнай.

Һеҙ ул үҫемлекселек менән шөғөлләнеүен ташлаған тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Сөнки уның тормош иптәше Йәмил Йәҙит улы ағаһы Азамат менән оҙаҡ йылдар фермер эше менән шөғөлләнә. Йәнгировтар үҙ баҫыуҙарында бөртөклө культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Ағалы-ҡустылы Ҡармыш уңғандары һәр ваҡыт мул уңыш ала. Ә минең уйлауымса, был ҡаҙаныштарҙа агроном-бейеүсе Айгөл Риф ҡыҙының да өлөшө барҙыр, моғайын.

Читайте нас: