Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ысын батырҙар ярышы

“Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостан Башлығы призына “Терра Башкирия” республика ат спорты турнирының IX һайлап алыу этабы уҙҙы.

Ярыштар Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Тәтешле һәм Әлшәй райондары араһында үткәрелде. Әлшәй данын, элеккесә, ат спорты мәктәбе һәм Уваровка ауылы фермеры Наил Ғәлиәкбәровтың һыбайлылары яҡланы. Райондан бәйгегә ун ат билдәләнде. Ярыштар, билдәле сәбәптәргә бәйле, тамашасыларҙан башҡа уҙҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Терра Башкирия” – классик һөнәри ат спорты турниры түгел, һыбайлылар ролендә бында 14 йәштән һәм унан өлкәнерәк һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Әгәр ҙә төп бүләк өсөн сабыштарға башҡорт тоҡомло аттар ғына керетелһә, райондарҙың һайлап алыу ярыштарында ярым яҡшы тоҡомло аттар ҙа ҡатнаша ала.

-Бәйге ҡағиҙәләре буйынса турнир сиктәрендә һәр осрашыу ике этапта уҙа. Башта командалар үҙ аттарында, һәр район айырым сабыша. Был иң көслө һыбайлыны билдәләү өсөн эшләнә (һәр райондан икешәр), - ти ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов. – Икенсе этапта район чемпиондары һәм “көмөш” призерҙары финалға эләгеү өсөн күҙгә-күҙ осраша. Ҡатнашыусыларға ипподромдың башҡорт тоҡомло айғырҙарында ике сабыш үтергә кәрәк буласаҡ, әммә бында ла барыһы да еңелдән түгел. Әгәр ҙә һыбайлылар араһында уларҙы башта йәрәбә буйынса билдәләһәләр, икенсе сабышта улар күсеп ултыра. Еңеүсегә һуңғы килгән ат эләкһә, ә иң аҙаҡҡы килгән һыбайлы беренсе сабышта еңгән атҡа ултыра. Турнир чемпионы очколар суммаһы буйынса билдәләнә.

Район кубогына сабыштарҙа был юлы Наил Ғәлиәкбәров крәҫтиән-фермер хужалығынан Ҡарлуғас ҡушаматлы атта Илмир Садиҡов еңеүсе булды. Шул уҡ хужалыҡтан Рәмил Таиров “Терра Башкирия” республика ат спорты турнирының IX этабы “бронза” призеры исемен яуланы.

Читайте нас: