Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Әлшәй уҡыусыларының эше - иң яҡшылар иҫәбендә

Талантлы балаларға һәм йәштәргә ярҙам маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы үтте. Йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призерҙар араһында беҙҙең район уҡыусылары ла бар.

“Рус теле һәм әҙәбиәте” секцияһында - Раевка 4-се мәктәбе уҡыусыһы Александр Рыбченко (уҡытыусыһы Э. Ш. Шевяхова), ә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Розалия Ғилманова (уҡытыусыһы Л. П. Ковалева) “Лингвистика. Сит телдәр” секцияһында призер булдылар.

Башҡорт лицейынан тағы ла бер уҡыусы Зенфира Тимербаева (уҡытыусыһы Т. Ғ. Вәлиуллин) “Иң яҡшы проект” номинацияһында, Торонтайыш мәктәбенән Марат Ғөбәйҙуллин (уҡытыусыһы А. К. Ғәйфуллина) “Иң яҡшы күҙәтеү эше” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Читайте нас: