Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Изге эштәрегеҙ өсөн рәхмәт

Район хакимиәтендә үҙ аллы изоляция осоронда мохтаждарға ярҙам күрһәткән ирекмәндәр, активист йәш гвардиясыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Ысынлап та, беҙ ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ. Һуңғы ваҡиғалар барыбыҙ өсөн дә ҙур һынау булды. Әммә шул уҡ ваҡытта коронавирус арабыҙҙа ауырлыҡтар килгәндә башҡаларға ярҙамға килергә әҙер булған көслө, һоҡланғыс кешеләрҙең күп булыуын күрһәтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән беҙҙең ирекмәндәр ҙә заман геройҙарына әйләнде. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән депутаттар, эшҡыуарҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм педагогтар ҙа шөғөлләнде.

“Аҙыҡ-түлек ярҙамы”, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең турала хәстәрлек күреп” социаль хәйриә проекттары сиктәрендә ирекмәндәр аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә 1072 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратты. 65 йәштән өлкән 836 яңғыҙ пенсионер ҙа бушлай йыйылма алды.

Шулай уҡ Әлшәй ирекмәндәребеҙ һәм йәш гвардиясылар Еңеү көнө алдынан үткәрелгән акцияларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлап, бүләктәр, открыткалар һәм аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ирекмәндәргә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренинға, “Раевка элеваторы” йәмғиәте генераль директоры Марк Алхазовҡа, “Деметра” сауҙа компанияһы директоры Руслан Дәүләтшинға, “Ихлас” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү йәмғиәте директоры Зөлфиә Мөхәмәтйәноваға, райондың ғаилә хеҙмәте етәксеһе Марина Кравченкоға, Әлшәй районы буйынса ирекмәндәр хәрәкәте координаторы Динар Әхмәҙрисламовҡа, ирекмәндәр штабы етәксеһе Айнур Әхмәтшинға, эшҡыуарҙар Татьяна Логвиненко һәм Валентина Табиловаға, шулай уҡ район мәҙәниәт йорто хореографы Альбина Ғәзизуллинаға, парикмахер Индира Сәләховаға, Раевка 7-се балалар баҡсаһы психологы Эльвира Хәйретдиноваға, Евгений Буранбаевҡа һәм Фәрит Арыҫлановҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы. Дамир Радик улы уларҙың барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләне.

Читайте нас: