Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Тәҙрә төбөм гөл генә"

Ысынлап та, акцияла ҡатнашыусылар ебәргән фотоһүрәттәрҙе ҡарағандан һуң, ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың уңғанлығына һоҡланып, тел шартлатырға ғына ҡала.

Матур сәскәләргә ҡарап күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була. Психологтар билдәләүенсә, сәскә атҡан бөтә гөлдәр ҙә кешенең ижади һәләтен үҫтерә.

Гөл-сәскә үҫтерергә яратҡан кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ, тормошто, эргә-тирәһендәгеләрҙе яратҡан, тиерһегеҙ. Эйе, бөтмөрлөгөң, етеҙлегең булмаһа, йорттағы, бигерәк тә ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәрҙән тыш, гөл-сәскәләр үҫтереп булмайҙыр ул.

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, "Тәҙрә төбөм гөл генә" онлайн-акцияһын иғлан иткәндә, унда ҡатнашыусылар шул тиклем күп булыр тип уйламағайныҡ та. Ауылыбыҙҙа матурлыҡҡа мөкиббән хужабикәләр, күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтереүселәр бихисап икән, - ти был күркәм сараны ойоштороусы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһы мөдире Рәмзиә Иманғолова.

Ысынлап та, акцияла ҡатнашыусылар ебәргән фотоһүрәттәрҙе ҡарағандан һуң, ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың уңғанлығына һоҡланып, тел шартлатырға ғына ҡала. Ниндәй генә гөлдәр үҫтермәгән улар, исемдәре генә ни тора! Наҙлы азалиялар, орхидея, глоксиниялар, көйәҙ раузалар, шау сәскәгә күмелгән яран, тамсы гөлдәре, бегониялар, әрһеҙ кактустар, дауалау һәләтенә эйә каланхоэ, алоэ һәм тағы ла әллә күпме сәскә-гөлдәр.

- Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветерандары, хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ Мәрфуға Шәйхетдинова, Миңлегөл Иманғолова, Зәлиә Кирәева, Әҡлимә Иҫәнова, Тәлиғә Ниғәмәтйәнова, Ғәлиә Садиҡова, Тимербикә Ғайсина, Маһира Солтанова, Рәзилә Шәрәфетдинова, Зөлхизә Ҡужиева, Ғилмиә Әхмәтова, Таңһылыу Миңлеғолова, Миңлегөл Солтанова, Гөлли Әлимғолова был акцияны күтәреп алып, яратҡан гөлдәре эргәһендә фотоға төшөп ебәргән. Урта быуын, йәш хужабикәләр ҙә сарала бик әүҙем ҡатнашты, хатта ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тыуған яҡтарына “сәскәле” сәләмдәр ебәрҙе. "Тәҙрә төбөм гөл генә" акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормоштарығыҙ сәскә кеүек матур булһын, тәҙрә төптәрен наҙлы гөлдәр биҙәһен, яратҡан шөғөлөгөҙ кәйефтәрегеҙҙе күтәреп, йәшәргә көс бирһен, - тине Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙы.

Читайте нас: