Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Хыялына тоғро ҡалған

Йәш белгестең ҡарамағында 1900-гә яҡын кеше – район үҙәгендә һәм Аҡҡолай ауылында йәшәүселәр.

Регина Ханнанова бала саҡтан уҡ табип булырға, аҡ халат кейеп, ауырыуҙарҙы дауаларға хыяллана.

Раевка гимназияһын көмөш миҙалға тамамлап, оҙаҡ уйлап тормай, Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң 2018 йылда үҙәк район дауаханаһында участка терапевы булып эшләй башлай. Йәш белгестең ҡарамағында 1900-гә яҡын кеше – район үҙәгендә һәм Аҡҡолай ауылында йәшәүселәр. Башлыса өлкән йәштәгеләр, улар иғтибарға һәм йылы һүҙгә мохтаж. Регина Рафаэль ҡыҙы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемде иғтибар менән тыңлай, дауалау курсы билдәләй, кәрәк булғанда тәрәнерәк тикшеренеү өсөн махсус белгестәргә йәки стационарға ебәрә.

Быйыл Регина Ханнанованың мәшәҡәттәре артҡан: ул поликлиниканың терапия бүлеге мөдире һәм махсуслаштырылған тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире бурыстарын да башҡара. Был - ҙур яуаплылыҡ, әлбиттә, эштә тотҡарланырға ла тура килә, ярай әле бәләкәй ҡыҙын балалар баҡсаһынан ата-әсәһе килеп ала, әммә Регина Рафаэль ҡыҙын ауырлыҡтар ҡурҡытмай, башлаған эштәрен аҙағынаса тамамлай.

- Әгәр йәш белгес булараҡ миңә “Земство докторы” программаһы буйынса бер миллион компенсация бирмәһәләр ҙә, беҙ уға тормош иптәшем менән торлаҡ һатып алдыҡ, мин барыбер үҙебеҙҙең ауыл дауаханаһына эшкә килгән булыр инем, - ти үҙ һөнәрен яратып башҡарған, пациенттарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер Регина Ханнанова.

Шуның өсөн дә уны хеҙмәт коллективында хөрмәт итәләр.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: