Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Минең исемем Салауат» акцияһы

Республикала халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу уңайынан «Минең исемем Салауат» акцияһы иғлан ителгәйне.

Был акцияла әлшәйҙәр ҙә ҡатнашып, үҙ һәләтен күрһәтте. Бының өсөн бейеү, йыр, халыҡ ижадын һөйләүме йәки спортҡа оҫталығыңды күрһәткән видеояҙма төшөрөргә кәрәк ине. Видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #днисалаватаюлаева#мкрб#рцнтрб#МинеңисемемСалауат хэштектары менән урынлаштырҙылар.
Раевка ауылынан йыр-моңға һәләтле, башҡорт рухлы Садиҡовтар ғаиләһе лә был матур бәйгенән ситтә ҡалманы.
Читайте нас: