Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәш геологтарҙы һәм уларҙың талантлы педагогтарын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Бала саҡта юлда ятҡан ҡыҙыҡлы формалағы таштар кемде генә ҡыҙыҡһындырмаған икән? Кварцит, руда йәки ялан шпатымы, тигән һорауҙар тыуа ине, был файҙалы ҡаҙылмалар тураһында беҙ дәрестә уҡып белә торғайныҡ.

Ә бына Пионерҙар йортоноң Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәктәбендә Гөлназ Ишмырҙа ҡыҙы Низамова етәкселегендәге “Аманат” тыуған яҡты өйрәнеү берекмәһендә шөғөлләнеүсе балалар файҙалы ҡаҙылмаларҙы ныҡлап өйрәнә. Өйрәнеп кенә ҡалмағандар, “Ер һәм кеше” бөтә Рәсәй геология олимпиадаһының республика этабында ла ҡатнашҡандар һәм “Гидрогеология һәм геоэкология” номинацияһында “Етегән шишмә” эше менән еңеү яулағандар. Шул уҡ номинацияла “Дим йылғаһы” эше менән икенсе урынға сыҡҡандар. “Файҙалы ҡаҙылмалар, структуралы геология” номинацияһында “Ҡара алтын һәм нефттең үҙенсәлектәрен тикшереү” эше менән дә улар икенсе урын алған.

Йәш геологтарҙы һәм уларҙың талантлы педагогтарын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!


Читайте нас: