Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гран-при әлшәй музыканттарында!

“MuzStart” продюсер үҙәге ойошторған “Рәсәй чемпионаты” һәм “#Өйҙә яҡшыраҡ” халыҡ-ара конкурс-фестивалдәргә йомғаҡ яһалды.

Дистанцион рәүештә үткән музыкаль ярыштарҙа Александр Юшин етәкселегендәге Раевка балалар сәнғәт мәктәбенең “Тыуған яҡ киңлектәре” рус халыҡ инструменттары ансамбле лә үҙенең ижады менән сығыш яһаны. “Рәсәй чемпионаты” бәйгеһендә коллектив Алик Ғәбделмәнов башҡарыуында “Там, за туманами” йырын тәҡдим итте һәм 41 йәштән 65 йәшкә тиклемге категорияла “Инструменталь жанр”номинацияһында гран-приға лайыҡ булды. Ә “#Өйҙә яҡшыраҡ” конкурсында шундай уҡ категорияла һәм номинацияла музыканттар Татьяна Жуковская башҡарыуында рус халыҡ йыры “Субботея” өсөн төп призға эйә булдылар.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: