Регина Камалова Дим буйы башҡорттарының, Меңле ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендә:
- Беренсе фотола Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәгән ҡарт нәнәйебеҙ Ғилманова Ғайнауфа Байбулат ҡыҙы (1886-1973) теккән һаҡалды кейгәнмен. Һаҡалдың ситтәрендә ҡортбаш, ынйы, коралл. Һаҡалдың үҙәгенән өҫтән аҫҡа тегелгән ҡашлы биҙәүестәрҙең таштары: аҡыҡ, фирүзә.
Ҡалған фотоларҙа Әлшәй районы Ҡармыш ауылында йәшәгән Хәсәнова Зөһрә әбейҙең ҡашмауын, һаҡалын, еләнен кейгәнмен. Ул һүрәтләнгән "Аҡса-башҡорттарҙың милли биҙәүесе" тигән яҙыулы фото күптәргә таныш. Рәсем 1990 йылдың аҙағында Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара реклама фестивалендә "Йыл фотографияһы" бәйгеһендә өсөнсө премияға лайыҡ булған.