Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың иң көслө атлеты – йәнә Әлшәй егете

Раевка ауыр атлетика мәктәбе спортсылары Салауат ҡалаһында үткән республика чемпионатында уңышлы сығыш яһаны.

Ун биш йәшлек спортсы Денис Гортинский, 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яуланы. 81 килограмға тиклемге категорияла үҫмерҙәр араһында 15 йәшлек республика рекордсмены Роман Макеев көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ә спорт мастеры, Рәсәйҙең ике тапҡыр бронза призеры Рәмис Шафиҡовҡа йәнә тиңдәр табылманы. Рәмис 102 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яулап ҡына ҡалманы, Башҡортостандың абсолют чемпионы тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәмис республиканың иң көслө атлеттарынан һанала. Оҙайлы тәнәфестән һуң спортҡа кире ҡайтҡан штангасы был юлы ла үҙенең юғары исемгә лайыҡ булыуын иҫбатланы.
Команда беренселегендә, бронзаны Күмертау атлеттарына ҡалдырып, беҙҙең команда дүртенсе урынды алды. Раевка атлеттарын алда ҙур ярыштар көтә. Роман Макеев - ил беренселегендә, Рәмис Шафиҡов Волга буйы федераль округы чемпионатында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: