Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Әлшәй волонтерҙары – бөтә Рәсәй конкурсында

Әлшәйҙең волонтер отрядтары “Изгелектең каникулдары юҡ!” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды.

Бәйгенең “Изге старт” номинацияһына 1000-дән ашыу ғариза тапшырылғыйны, бөтәһе 713 ирекмәндәр отряды, шул иҫәптән беҙҙең райондан да өс отряд ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Раевка гимназияһы уҡыусыларының “Изгелек баҡсаһы” ирекмәндәре отряды (етәксеһе Айгөл Камалетдинова) “Изге старт” номинацияһында, еңеп, махсус грантҡа лайыҡ булды!
Пионерҙар йортоноң “Эҙләнеү” студияһына йөрөүсе волонтерҙар отряды (Зилә Йәлилова) иң яҡшы 500 отряд исеменә инде һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ә “Лидерҙар мәктәбе” берекмәһендә шөғөлләнеүсе ирекмәндәр отрядына (Римма Низамова) конкурста ҡатнашыусылар сертификаты тапшырылды.
Районыбыҙ ирекмәндәрен ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Мәғлүмәт һәм фотолар Пионерҙар йорто сайтынан алынды.
Читайте нас в