Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шахмат буйынса иң-иңдәр

Раевка шахмат клубында егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында йыл һайын ойошторолған шәхси район беренселеге тамамланды.

Турнирҙа 2002-2008 йылғы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Егеттәр араһында 2-се мәктәптең 11-се синыф уҡыусыһы Беник Фарманян еңеүгә өлгәште. Гимназиянан Радмир Абдулов – икенсе, башҡорт лицейынан Асҡар Солтанов өсөнсө урынды алды. Ҡыҙҙар араһында лицейҙан ун беренсе синыф уҡыусыһы Айгөл Йыһаншина иң яҡшыһы булды. Лицейҙан бишенсе синыф уҡыусыһы Азалия Рзаева – икенсе, гимназиянан алтынсы синыф уҡыусыһы Яна Ғилманова өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүселәргә һәм призерҙарға район спорт комитетының иҫтәлекле кубоктары, миҙалдары һәм грамоталары тапшырылды.
Илмир МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Раевка шахмат клубы рәйесе.
Читайте нас: