Әлшәй районы ауыл райондары араһында наркотиктарға ҡаршы эште иң яҡшы ойошторған өсөн 2018 йылғы республика конкурсында беренсе урынды алды.
Өфөлә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында физик культура һәм спортты үҫтереүгә һәм өҫтөнлөклө бурыстарға арналған бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
-Бындай конкурста беренсе еңеүебеҙ генә түгел, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса ла беҙ шулай уҡ беренсе урынды алғайныҡ, - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.