Гүзәл зат вәкилдәренең “Ҡурайсы ҡыҙ” тип аталған музыкаль бәйгеһенә республика ҡалалары һәм райондарынан 47 иң яҡшы ҡурайсы йыйылды. Бәйгелә Пионерҙар йортоноң Сурай мәктәбендәге “Ҡурай” берекмәһе уҡыусыһы Нәркәс Ларынбаева (уҡытыусыһы Н. Р. Садиҡов) ла уңышлы сығыш яһаны. Нәркәс 16 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында өсөнсө дәрәжә лауреат исеме алды. Сығыш яһағанда уға концертмейстер Рим Сафин ярҙам итте.