Ҡазан федераль университетында үткән рус телен яҡшы белеүселәр ярыштарында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу уҡыусы, шулай уҡ яҡын сит илдәр вәкилдәре ҡатнашты.
Олимпиадала ҡатнашыусыларға ике тур үтергә кәрәк ине. Конкурстың тәүге ситтән тороп ярышыу этабын үтеүселәр икенсе турҙа үҙ белемен иҫбатланы. Унда тест заданиеларын үтәргә, рус тел ғилеменең төрлө бүлектәре буйынса асыҡ һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Туранан-тура һынау тотоуҙар Ҡазан федераль университетында үткәрелде.
Рус теле буйынса төбәк-ара фән олимпидаһында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының һигеҙенсе синыф уҡыусылары Камилла Ғәбделмәнова һәм Данил Вәлиәхмәтов- икенсе, ә Регина Исламова өсөнсө урынды алды. Призерҙарҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлиҙә Нәсимйән ҡыҙы Гәрәева әҙерләгән. Афарин, лицейсылар!