Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
18 Февраль 2020, 13:30

Әлшәй көрәшселәренә – афарин!

Республика ярыштарында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бер юлы өс тәрбиәләнеүсеһе уңышлы сығыш яһаны.

17 йәшлек Рифмир Гәрәев милли көрәш буйынса республика беренселегенән бронза миҙал алып ҡайтты.Шуны билдәләп үтәйек, талантлы спортсы башҡа көрәш төрҙәрендә лә уңышлы сығыш яһай. Күптән түгел Алмаз Еникеевтың тәрбиәләнеүсеһе спорт (ирекле) көрәше буйынса республика беренселегендә лә көмөш призер булды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Диләфрүз Зәбированың тәрбиәләнеүселәре - ике туған Абасовтар Әлшәй көрәшселәре иҫәбенә тағы ла ике миҙал өҫтәне. Самбо буйынса республика беренселегендә ун йәшлек Туран Абасов өсөнсө урын алды. Ә дзюдо буйынса республика турнирында 12 йәшлек Мувуд Абасов көмөш миҙал яуланы.
Читайте нас в