Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
13 Февраль 2020, 18:55

Көрәш буйынса зона ярыштары

12 февралдә Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары ХХII спартакиадаһының “Көрәш” буйынса зона ярыштары уҙҙы.

Мәғариф бүлеге методисы Р. Н. Исламоратов әйтеүенсә, Әлшәй районы командаһы исеменән М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Раевка 2-се урта мәктәбе (тренер-уҡытыусы А. С. Еникеев) уҡыусылары ҡатнашты.

Ярыш йомғаҡтары буйынса Әлшәй районы командаһы – беренсе, Йәрмәкәй районы спортсылары – икенсе, Бишбүләк районы көрәшселәре – өсөнсө, Бүздәк районы уҡыусылары – дүртенсе һәм Благовар районы командаһы бишенсе урынды алды.

фото мәғариф бүлеге сайтынан

Читайте нас: