Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
5 Февраль 2020, 18:55

4-се мәктәптең йәш робототехниктары йәнә еңеү яуланы

Стәрлетамаҡта “ROBOFEST 2020” Бөтә Рәсәй технология фестиваленең төбәк һайлап алыуҙары уҙҙы.

Фестиваль йыл һайын балалар һәм йәштәр араһында фәнни-техник ижадты популярлаштырыу һәм инженерлыҡ һөнәрҙәренең абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелә. Бәйгелә беҙҙең район исеменән Раевка 4-се мәктәбе һәм Пионерҙар йорто командалары сығыш яһаны. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса 4-се мәктәптең йәш инженерҙары беренсе урын алды (етәксеһе И. И. Баймөхәмәтов).
Читайте нас в