- 2019 йыл колледж өсөн иҫтәлекле булды: грант алдыҡ, оҫтаханалар астыҡ, “Агрономия” компетенцияһы буйынса йәш һөнәрмәндәрҙең тәүге төбәк чемпионатын үткәрҙек. Быйылдан башлап, Аксен агросәнәғәт колледжы “Сити-фермерлыҡ” компетенцияһы буйынса ярыштар, тағы ла бер йылдан “Ауыл хужалығы биотехнологиялары” йүнәлеше буйынса чемпионат үткәреү өсөн майҙансыҡ буласаҡ, - ти уҡыу-уҡытыу эше буйынса мөдир Салауат Тимербаев. Ярыштар 16 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге студенттар араһында үткәрелде. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр исемлегенә Аксен колледжы студенттары ла инде. Өсөнсө курс студенты Илнур Хәбиров һөнәри оҫталыҡ өсөн миҙалға лайыҡ булды, дүртенсе курс студенты Артур Сергеев икенсе урында. Буласаҡ агрономдар араһында “Йәш һөнәрмәндәр” төбәк чемпионаты еңеүсеһе итеп дүртенсе курс студенты Светлана Пирожкова иғлан ителде. Призерҙар әле киләһе этапҡа - апрелдә Тамбовта уҙасаҡ “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында ҡатнашыу хоҡуғы өсөн бөтә Рәсәй һайлап алыу ярышына әҙерләнә.