Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
31 Ғинуар 2020, 12:45

Әлшәй уҡыусылары – йәш сәсәндәрҙең халыҡ-ара конкурсы призерҙары

Өфөлә унынсы тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәрҙең ижади бәйгеһе уҙҙы.

Сара өсөнсө йыл инде халыҡ-ара статуста үтә, ә быйылғыһы йәй Өфөлә уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек булды. Конкурс номинацияларында эпосты төрлө телдәрҙә һөйләү генә түгел, донъя халыҡтары эпостары геройҙары мотивтары буйынса уйындар, белешмәләр эшләү һәм презентациялау. Ә ситтән тороп ҡатнашыу форматында тәүге тапҡыр бейеүселәр, вокалсылар һәм музыканттар көс һынашты, улар видеоға төшөрөлгән халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм инструменталь әҫәрҙәр тәҡдим итте.
Конкурста традиция буйынса М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан, 4-се мәктәптән, Ҡыпсаҡ-Асҡар һәм Әбдрәшит ауылдарынан йәш сәсәндәр ҙә ҡатнашты.
“Башҡорт теле” секцияһында түбәндәгеләр еңеүсе булды:
“Артистарса дуэт” номинацияһында – лицейсылар – алтынсы синыф уҡыусылары Байрас Сәләмов һәм Рамир Сабанчин (етәкселәре Л. А. Сайранова),
“Аудитория менән иң яҡшы аралашҡан өсөн” – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Айгиз Сәмиғуллин (етәксеһе М. З. Муллағолова),
“Урал батыр”ҙы виртуоз-башҡарыусы” – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Данияр Кәримов (етәксеһе М. З. Муллағолова).
“Донъя халыҡтары телдәре” секцияһында, эпосты немец телендә башҡарып, 4-се мәктәптең 7-се синыф уҡыусыһы Елизавета Петер (етәксеһе С. Ф. Халиҡова) III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡ секцияла Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы Мереке Сәлихова ла сығыш яһаны, ул эпостан өҙөктө ҡаҙаҡ телендә һөйләне.
Конкурсты ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты үткәрә.
Конкурста ҡатнашыусылар остаздары менән
Читайте нас: