“Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” ижтимағи-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы ил Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдағы указы буйынса булдырылды. Уның эшмәкәрлеге балаларҙың һәләтен үҫтереүгә һәм уларҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелә. “Изгелек каникулға китмәй” бөтә Рәсәй конкурсы “Мәғариф” милли проекты һәм “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә уҡыусылар хәрәкәте тип иғлан ителде.
- Беҙ Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең күп кенә сараларында һәм конкурстарында ҡатнашырға тырышабыҙ, - ти гимназия вожатыйы Айгөл Камалетдинова. – Волонтерҙарҙың “Изгелек каникулға китмәй” конкурсында ла үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Беҙҙең “Изгелек баҡсаһы” отряды әлегә йәш, уға ни бары ике йыл, шуға ла ”Изгелекле старт” номинацияһын һайланыҡ. Гимназия ирекмәндәре изге эштәр программаһын уңышлы бойомға ашыра. Улар микрорайондың “Дуҫлыҡ көнө” байрамдарын үткәрә, унда эстафеталар, йәрминкәләр ойоштороп, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерә. Йәш волонтерҙар экологик өмәләр, макулатура йыйыуҙа, “Йәшел Башҡортостан”, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса “Йәйәүле, яҡтыраҡ ян!” акцияларында ҙур теләк менән ҡатнаша. Улар шулай уҡ һуғыш ветерандарына һәм оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтә, Иркутск өлкәһенең зыян күргән райондарында йәшәгән балалар, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙәге тиҫтерҙәре өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйып ебәрә.
“Изгелек каникулға китмәй” конкурсына 1000-дән ашыу ғариза тапшырылған. Раевка гимназияһы отряды иң яҡшылар иҫәбенә инде һәм 200 мең һумлыҡ грант, дипломдар менән бүләкләнде. Был аҡса, отряд етәксеһе Айгөл Фәнвил ҡыҙы билдәләүенсә, проекттарҙы һәм волонтерлыҡ эштәрен артабан тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Ә “Изгелек баҡсаһы” отрядының пландары етерлек.