Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
29 Ғинуар 2020, 19:00

Альбина Миңлейәрова йәнә миҙал яуланы

Штангасы ҡыҙ бүләкте Белгород өлкәһенең Старый Оскол ҡалаһынан алып ҡайтты, унда юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы.

Атлеттар ярыштарға төбәк беренселегенең рейтинг йомғаҡтары буйынса һайлап алынды. Беҙҙең республиканан ете спортсы саҡырыу алды, уларҙың икеһе Раевка ауыр атлетика мәктәбе тәрбиәләнеүселәре – Альбина Миңлейәрова һәм Руслан Моратхужин.

- Старый Осколда беҙ беренсе тапҡыр ғына сығыш яһамайбыҙ. Бында күләмле ярыштар үткәреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әлеге беренселек тә иҫкәрмә булманы, барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Беҙҙең спортсыларыбыҙ ҙа уңышлы сығыш яһаны, - ти тренер Рифат Миңлейәров.

19 йәшлек ауыр атлет, Рәсәйҙең спорт мастеры Альбина Миңлейәрова юниорҙар араһында 59 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны. Бәйгелә яҡташыбыҙ Рәсәй беренселегенең бронза миҙалына лайыҡ булды. Спорт мастерлығына кандидат, 18 йәшлек Руслан Моратхужин 73 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында дүртенсе урын алды.

Читайте нас: