Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
23 Ғинуар 2020, 15:25

Танылыу

Законға тоғролоҡ өсөн

12 ғинуарҙа прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Был көндө Рәсәй прокуратураһына 298 йыл тулды. Өфөлә ошо иҫтәлекле датаға арналған тантаналы ултырышта күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре ҡануниәтте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн дәртләндереүгә лайыҡ булды. Улар араһында Әлшәй районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Айҙар Рәлиф улы Исламовҡа, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы, юстицияның кесе советнигы Михаил Юрьевич Григорьевҡа һәм I разрядлы өлкән белгес Рита Хәниф ҡыҙы Йосоповаға Башҡортостан Республикаһы прокуроры рәхмәте белдерелде.
Читайте нас: