Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
13 Ғинуар 2020, 18:50

Республика Башлығы стипендиаттары

2018-2019 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Әлшәй мәктәптәрен тамамлаған өс уҡыусы һәм уларҙың остаздары олимпиадаларҙағы уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияларына лайыҡ булды.

Түбән Әүрез мәктәбен тамамлаусы Сәлим Ғиззәтуллин – I кимәлдәге “Юғары иҡтисад мәктәбе” олимпиадаһы призеры, Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы I кимәлдәге Ломоносов олимпиадаһы призеры. Етәксеһе – Рөстәм Мәрүәр улы Нәғимов, Түбән Әүрез мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

4-се мәктәпте тамамлаған Даниил Осипов – финанс грамоталылығы буйынса ХIV бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры. Етәксеһе – Гөлнара Дамир ҡыҙы Ғүмәрова, 4-се мәктәптең математика уҡытыусыһы.

Раевка гимназияһын тамамлаған Екатерина Лапина – Ҡазан федераль университетының рус теле буйынса фән-ара олимпиадаһы призеры. Етәксеһе – Зилә Солтан ҡыҙы Садиҡова, гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Сәлим, Даниил һәм Екатерина - бөгөн юғары уҡыу йорто студенттары.

фото/Яндекс