Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
10 Ғинуар 2020, 18:30

Ижади үрҙәр һиңә, Альбина!

Тәүәтәй ауылында тыуып үҫкән һәләтле яҡташыбыҙ Альбина Муллағолованы “Әлшәй хәбәрҙәрен” уҡыусылар яҡшы белә.

Уның шиғырҙары баҫмабыҙҙа ла, интернет селтәрендәге төркөмдәребеҙҙә лә даими баҫылып тора. Автор-башҡарыусы булараҡ та яҡшы билдәле Альбина. Өҫтәүенә дүрт балаға ғүмер биргән һөйөклө әсәй ҙә ул.

- Былтырғы йыл мине төрлө яҡлап һынаһа ла, уңыштары менән дә һөйөндөрҙө. Яңы йыл бүләге булып, “Бәхет утрауы” исемле шиғырҙар йыйынтығым баҫылып сыҡты! Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булһа ла, ниһайәт, күптәнге иң ҙур хыялым тормошҡа ашты! Китапты баҫтырыуҙа ярҙам иткән дуҫтарыма, бағыусыларыма ҙур рәхмәт! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Альбина.

Бына шундай ул Әлшәй ҡыҙҙары! Афарин, Альбина һылыу! Киләсәктә лә беҙҙе яңынан-яңы шиғырҙарың менән һөйөндөрөп тор, ижади уңыштар һиңә!

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Читайте нас: