Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
6 Ғинуар 2020, 19:15

Йыл кешеләре

Традиция буйынса юғары производство күрһәткестәре, хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн район хакимиәте йылдың иң яҡшы эшсәндәрен билдәләне.

Йыл етәксеһе
Байғужин Сергей Рәйес улы, “Раевсахар” йәмғиәте генераль директоры.
Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәре
Әхмәҙиев Илдар Минулла улы, “Раевка” йәмғиәте осеменаторы.
Мәғариф хеҙмәткәре
Ғимаев Илдар Әсғәт улы, Торонтайыш мәктәбе директоры.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре
Алакозова Надежда Петровна, Раевка үҙәк район дауаханаһының педиатрия бүлеге мөдире, табип-педиатр.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре
Әхмәҙишина Гүзәл Рәйес ҡыҙы, Ниғмәтулла ауыл китапханаһы китапханасыһы.
Спортсы-тренер
Зәкиев Ренат Мәүлетйән улы, Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шайбалы хоккей буйынса тренер-уҡытыусыһы.
Юл хужалығы хеҙмәткәре
Нәсхетдинов Филүз Ғәлиәхмәт улы, Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы шоферы.
Сауҙа хеҙмәткәре
Фазлыева Светлана Сафуан ҡыҙы, Әлшәй райпоһы сауҙа бүлегенең баш белгесе.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре
Арыҫланов Илвир Риғәт улы, Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте тракторсы-машинисы.
Эшҡыуар
Панченко Эдита Рәзим ҡыҙы, шәхси эшҡыуар.
Инициатива төркөмө етәксеһе
Фазлыев Гизәр Нурмөхәмәт улы, Ҡармыш ауыл Советы ауыл биләмәһенең Дим ауылы әүҙем йәмәғәтсеһе.