Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
28 Декабрь 2019, 12:35

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә.

Республикала күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Бәхетле әсәйҙәр араһында Раевка ауылынан Рита Риза ҡыҙы Йәнтимерова ла бар. Ошо матур бүләк менән яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был миҙал 1998 йылда булдырылды, ошо ваҡыт эсендә уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ булды. Быйыл 300 ҡатын-ҡыҙ миҙал алды. Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә.

Миҙалдарҙы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы.

Читайте нас: