Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
24 Декабрь 2019, 17:15

Афарин, Аделина!

“Беренсе республика” кинофильмында буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыева роле тап Аделинаға эләгә.

Яҡташыбыҙ, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡыусыһы Аделина Степанова өсөн уҙып барған йыл иҫтәлекле булды. Республика көнөндә БСТ каналында “Беренсе республика” тип аталған тарихи нәфис фильмдың премьераһы күрһәтелде, унда Аделина ла төштө.

Мин Аделина менән Раевка ауылының 250 йыллығын байрам иткәндә таныштым. Уның эштәре халыҡ-ҡулланма ижады йәрминкәһендә тәҡдим ителгәйне. Ул ваҡытта Раевка гимназияһының өсөнсө синыфында уҡыған һәләтле ҡыҙ Раевка сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә Рима Сәйет ҡыҙы Усманова төркөмөндә лә шөғөлләнә ине. Аделина бәләкәйҙән балерина булырға хыялланды. Дүртенсе синыфты тамамлағас, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжына уҡырға инергә булғас, уның был ҡарарын Раевка үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүсе әсәһе Раушания, райгазда эшләгән атаһы Владимир, шулай уҡ апаһы Юлия һәм ҡустыһы Даниил да хуплай. Ул имтихандарҙы уңышлы тапшыра һәм яҡшы бейеү техникаһы күрһәтеп, колледжға уҡырға инә.

Шул ваҡыттан бирле өс йыл үтте. Иртән - ул күнекмәләргә һәм классика дәрестәренә йөрөй, төштән һуң мәктәптә уҡый, тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә.

“Беренсе республика” кинофильмында буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыева роле тап Аделинаға эләгә. Колледжда үткән кастинг ваҡытында ҡыҙ классик бейеү күрһәтеп, шиғыр һөйләгән. Бер аҙнанан һуң ғына һөҙөмтәләр билдәле була. Һәм, ниһайәт, ул – кинола!

- Фильмды былтыр йәй көнө Өфөнөң Затон биҫтәһендә төшөрҙөләр, - ти ейәнсәрен оҙатып йөрөүсе өләсәһе Флүрә Саҙрый ҡыҙы Сафина. – Киноға төшөү иртәнге туғыҙҙан төн уртаһына тиклем дауам итте. Аделина йәш Нинель роленә бик тиҙ күнекте.

Күмәк сценаларҙа Флүрә Саҙрый ҡыҙы ла ҡатнашҡан. Уның әйтеүенсә, майҙансыҡта барыһы ла дуҫтарса, ихлас мөнәсәбәттә була. Бер-береһенә ярҙам итеп, дәртләндереп торалар. Фильм башҡорт телендә бара һәм рус субтитрҙары менән оҙатыла.

Аделина кинола төшөү бәхетенә ирешһә лә, уның хыялы прима-балерина булыу. Ә бының өсөн тырышырға, күп эшләргә кәрәк. Йәш балерина III “Малый Нуреевский” фестивалендә ҡатнашҡан, унда “Һыуһылыу” хореография постановкаһында бейегән. Ул шулай уҡ “Баядерка”, “Корсар” постановкаларында ҡатнашҡан. Аделина колледж труппаһы составында республика буйлап гастролдәргә лә сыға. Яңы йыл яҡынайған һайын репетициялар ҙа күберәк. Сөнки тылсымлы әкиәттәр мәле яҡынлаша. Аделина “Снежная королева”, “Морозко” яңы йыл спектаклдәрендә лә бейегән. Был миҙгел дә бик мауыҡтырғыс буласаҡ.

Бына шундай ҡыҙ ул Аделина - яҡшы уҡый ҙа, балет постановкаларында бейей, кинола төшә, өҫтәүенә бик сибәр ҙә! Ул “Рәсәйҙең иң матур ҡыҙы” конкурсында ҡатнашҡан һәм 12 йәшлек һылыуҙар араһында етенсе урында яулаған, конкурс үткәреү күләмен иҫәпкә алғанда, был бик яҡшы һөҙөмтә.

Читайте нас: