Рәмзил был награданы республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ҡулынан алды.
Республика парламентына герой балаларҙы бүләкләү тантанаһына 12 мәктәп уҡыусыһы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар саҡырылғайны. Йәш батырҙар араһында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы, Иҫке Сәпәш ауылынан Рәмзил Шәрипов та бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй Рәмзил йылғала батып барған ҡатынды ҡотҡара. Июль айының эҫе бер көнөндә Дим йылғаһына һыу ҡойонорға барғанда ул ярҙан: “Малайҙар, бер ҡатын бата, ҡотҡарығыҙ!” тип ҡысҡырғанды ишетә. Оҙаҡ уйлап тормай, Рәмзил ярҙамға ашыға. Аңын юғалтҡан ҡатынды һыуға сумып, өҫкә күтәрә, ярға сығарғанда өлкәндәр ҙә ярҙам итә.
- Ҡыйыу аҙымығыҙ менән һеҙ батырлыҡ, тәүәккәллек кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәттегеҙ. Бәләгә тарығын кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡатмарлы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ҡурҡманығыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡыйыу йөрәкле һәм ярҙамға килергә әҙер булыу берләштерә. Беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, - тине йәш геройҙарға наградалар тапшырып, Константин Толкачев.
Йәш ҡотҡарыусылар араһында Өфө ҡалаһынан, Архангель, Баймаҡ, Бәләбәй, Ейәнсура, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарынан 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар бар ине, улар янғын сыҡҡанда зыян күргән һәм һыуға батҡан балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡотҡарыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән.