Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
8 Ноябрь 2019, 12:34

Зөбәржәт Ғәбделмәнова - «Әсә йөрәге» конкурсында

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы бер нисә йыл рәттән үткәргән «Әсә йөрәге» конкурсында ижади, үҙҙәрен әҙәби жанрҙарҙа һынап ҡараған һәләтле кешеләр ҡатнаша.

Был мәртәбәле бәйгелә районыбыҙҙың Сурай ауылында йәшәүсе ЗӨБӘРЖӘТ ҒӘБДЕЛМӘНОВА ла үҙ көсөн һынап ҡарай. https://vk.com/bashkizi һылтанмаһы буйынса инеп, яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!

Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы Ғәбделмәнова тыуған ауылында балалар баҡсаһында, мәктәптә эшләй, төрлө түңәрәктәр алып бара. Кесе йәштән шиғырҙар яҙа, һуңынан шиғырҙарына көйҙәр яҙыла. Бөгөн авторҙың 15 йыры бар. Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева башланғысында ойошторолған «Сәсәндәрем килегеҙ» конкурсында Зөбәржәт Ғәбделмәнова үҙ ҡобайырҙары менән ҡатнаша. 40 йыл эш стажы бар, ауыл советы депутаты, әле ауыл старостаһы. Хеҙмәт девизы: «Ауылды үҫтерәйек, киләсәк быуын үҙ тамырынан өҙөлмәһен!»


Читайте нас: