Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
5 Ноябрь 2019, 12:46

Йәш спортсы яҡшы һөҙөмтә күрһәтте

Раевка ауыр атлеты Роман Макеев был рекордҡа республика беренселегендә өлгәште

Салауат ҡалаһында уҙған ярыштарҙа, унда республиканың иң көслө спортсылары йыйылды, Әлшәй штангасылары командаһында тәжрибәле һәм шулай уҡ йәш спортсылар ҙа бар ине.

Егеттәр һынатманы. Лицейҙан 11 йәшлек Булат Миңлейәров менән Роман Задорожко, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Денис Гортинский уңышлы сығыш яһаны. Спорт мастерлығына кандидат Руслан Моратхужин 73 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Раевка 2-се урта мәктәбенең һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Роман Макеев та остаздарын ҡыуандырҙы. Егет 81 килограмға тиклем ауырлыҡта республика рекордын ҡуйҙы. Ул ырғым ысулы менән 96 килограмлыҡ (!) штанганы күтәрҙе.

- Роман Макеев ярыштарға етди һәм ныҡлы әҙерләнде. Йәй буйы ал-ял белмәй шөғөлләнде һәм яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Ул – Рәсәй беренселегендә ҡатнашты, Старый Осколда дүртенсе урын алды, - ти тренерҙар Раил Исламоратов һәм Рифат Миңлейәров.

Ә беҙ, өмөтлө спортсы әле күп тапҡырҙар яңынан-яңы рекордтар ҡуйыр, тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас: