Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
25 Сентябрь 2019, 11:22

Халыҡ-ара фестивалдә әлшәйҙәр ҙә ҡатнашты

Урта Азияның боронғо ҡалаларының береһендә уҙған сараға донъяның 83 иленән оҫталар йыйылды.

Башҡортостандың халыҡ кәсептәре оҫталары халыҡ-ҡулланма сәнғәте фестивалендә ҡатнашты, сара Урта Азияның боронғо ҡалаларының береһе – Кокандта уҙҙы.

Бөйөк Ебәк юлының элекке баш ҡалаларының береһе, хәҙер Бөтә донъя һөнәрселәр ҡалаһы статусын алған Коканд ағас, сүкеү, керамикаға биҙәк төшөрөрү, туҡыусылар, тимерселәр, сигеүселәр, халыҡ уйын ҡоралдары эшләүселәр, көршәк яһаусыларҙы - донъяның 83 иленән оҫталарҙы йыйҙы.

Мәҙәниәт министры Владимир Мединский етәкселегендәге Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостан, Мәскәү, Татарстан һәм башҡа өлкәләрҙән оҫталар үҙ эштәрен тәҡдим итте. Рәсәйҙәр тамашасыларға ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үҙенсәлекле биҙәнеү әйберҙәре, балаҫтар, милли биҙәкле сигелгән әйберҙәр, фарфорҙан эшләнгән әйберҙәр, милли кейемдәр, декоратив изделиелар, ҡулдан эшләнгән музыка ҡоралдары, интерьер әйберҙәре, сувенирҙар күрһәтте.

Фестивалдә башҡорт халыҡ кәсептәрен “Ағиҙел” художестволы берләшмәһе вәкилдәре, шулай уҡ ҡулланма сәнғәт төрҙәре оҫталары тәҡдим итте, улар араһында балаҫ һуғыу оҫтаһы Әлшәй районының Иҙрис ауылынан Светлана Сәйетова ла бар ине.



Читайте нас: