Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
1 Август 2019, 18:04

Әлфиә Ғәниева – республиканың иң яҡшы ҡымыҙ яһаусыһы

Республика баш ҡалаһының “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт ҡымыҙының “Йәйләү” этно-фестивале уҙҙы, унда 20нән ашыу ҡымыҙсы ҡатнашты.

Оҫталар жюри хөкөмөнә үҙ эсемлектәре өлгөләрен тәҡдим итте. Презентацияла шифалы һәм бик тәмле Әлшәй ҡымыҙы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Яҡташыбыҙ - Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Ғәниева ҡымыҙ яһаусыларҙың 14-се республика конкурсы еңеүсеһе булды. Уға конкурстың төп бүләге – башҡорт тоҡомло айғыр тапшырылды. Ә 2013 йылда Учалы районында үткән ярыштарҙа ул призер булғайны. Ул ваҡытта Ыҫлаҡ ҡымыҙы “Иң тәмле” номинацияһында еңеү яуланы.

Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы был оҫталыҡ бәйгеһендә тыуған көнө алдынан ҡатнашты. Район гәзитенә интервью, район телевидениеһына, унан һуң БСТ каналына сюжет төшөрөү – бына ул 16 йыллыҡ еңел булмаған хеҙмәткә лайыҡлы бүләк. Ыҫлаҡ фермерҙары Әлфиә һәм Айрат Ғәниевтарҙың хеҙмәт стажы ла һәм шифалы эсемлек етештереү тәжрибәһе лә ошо йылдарҙа тупланған.

-Һөнәри оҫталыҡ конкурсында үҙем өсөн бик күп яңылыҡ белдем, - ти ҡымыҙ оҫтаһы. “Түңәрәк өҫтәл”дә “Башҡорт ҡымыҙы” брендын яңыртыу һәм пропагандалау мәсьәләһе тикшерелде, республика ауыл хужалығы етештереүселәренә һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тураһында һүҙ барҙы.

Ғәниевтарҙың хужалығы ныҡлы. Йыл һайын улар мал һанын арттыра. Бөгөн хужалыҡтарында 70 ат иҫәпләнә, шуның 30ы – һауын бейәләре. Ҡымыҙ бешеү эшен осраҡлы ғына һайламағандар.

-Әгәр Туймазы районы үҙенең теплицалары менән дан тотһа, беҙҙең район ҡымыҙсылык менән киң билдәле, - ти ғаилә башлығы Айрат Әүхәт улы. – Шуға ла оҙаҡ уйлап торманыҡ, сөнки Вәсимә апайым да тормош иптәше Рамазан Әхмәтйәнов менән ҡымыҙ яһай. Тап улар беҙҙе ҡымыҙ яһау нескәлектәренә өйрәтте, уларға бының өсөн ҙур рәхмәт. Ҡармыш ауылы оҫтаһы Гөлниямал әбей ҙә тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул беҙҙе боронғо милли эсемлек яһау рецебы менән таныштырҙы.

Бер бейәнән уртаса һауым 8 литр тәшкил итә, дүрт тапҡыр һауалар. Фермерҙар көнөнә 200 литрҙан ашыу шифалы эсемлек әҙерләй. Ыҫлаҡ ҡымыҙы районда ҙур һорау менән файҙалана һәм уны цехтың үҙенән үк алып бөтәләр. Әлегә ваҡлап һатыуҙы ойоштороп булмай, сөнки етештереү ҙур түгел. Ә бының өсөн аттар һанын арттырырға, уларҙы аҫрарға биналар төҙөргә, мал аҙығы культураларын игеү өсөн ауыл хужалығы техникаһы һатып алырға кәрәк. Быларҙың барыһы ла күп аҡса талап итә. Тап Ғәниевтар кеүек фермерҙарға төрлө гранттар рәүешендә дәүләт ярҙамы кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы, атап әйткәндә, бесән етерлек әҙерләнде. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, фермерҙар 70 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр һәм һоло үҫтерә. Техникалары булмағанлыҡтан, уларҙы алып торорға тура килә.

Төш ваҡыты яҡыная – сираттағы һауым башлана. Бейәләр ялан кәртәлә инде. Һәр береһе хужабикәһен әллә ҡайҙан танып тора. Сираттағы фото ла әҙер булды. (Бөтә фотолар – https://alsh-vesti.rbsmi.ru сайтында). Әлфиә Ғәниеваның өс ярҙамсыһы ла килеп етте. Хуҗалыкта тағы ике көтөүсе эшләй. Уларҙан башҡа фермерҙарға эш еңел түгел. Сөнки ҡымыҙ яһаусыларҙың эше бик күп. Бейәләрҙе ҡул менән һауалар, эсемлекте боронғоса, ҡул көсө менән бешәләр.Шуға ла ҡымыҙ иҫ киткес тәмле була!

Ғәниевтар ике ҡыҙ үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу һәр ваҡыт әсәһенә ярҙамлаша. Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыҙы бер ҡарауҙан аттың һаулыҡ торошон билдәләй ала, киләсәктә яҡшы ветеринария табибы булыр, моғайын. Кесе ҡыҙҙары Айгөл дә үҫкән инде, көҙөн беренсе синыфҡа барасаҡ.

Аттар менән уларҙы ысын күңеленән яратҡан кешеләр генә эшләй ала, Ғәниевтар ҙа тап шундайҙар иҫәбендә. Улар алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ал-ял белмәй эшләй. Ә пландары тормошҡа ашырлыҡ – малдар һанын, етештереү күләмен арттырыу һәм шифалы эсемлектең тәмен, сифатын юғалтмау.

Автор фотоһы.

Читайте нас: