Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек гүзәле - Гүзәл Низамова

Уға ҡарап: “Әлшәй ҡыҙҙары шундай икән ул!” – тип һоҡланып әйтергә генә ҡала.

Раевка ауылында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейын алтын миҙалға, БДУ-ның юридик факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хәҙер инде юридик фәндәр кандидаты исемен йөрөткән Гүзәл Хәлил ҡыҙына “афарин”дан башҡа һүҙ ҙә юҡ.



“Беренсе аҙымдан ҡурҡма, артабан барыһы ла еңел бирелә”, – ти ул. Гүзәл алдына алған маҡсатына тоғро ҡалып, һәр эште еренә еткереп башҡара.


Бөгөн ул – һайлаған һөнәренең оҫта белгесе, ғилми-ғәмәли конференцияларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы. “Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратам. Тауҙар, йылғалар энергияһы йәшәү дәрте бирә. Шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәтте үҙ итәм”, – ти ул.






Читайте нас: