Бөтә яңылыҡтар

Афарин, йәш сәсәндәр!

Һылыу Һомай, батыр Урал - беҙҙең ғорурлыҡ, Һеҙҙең һәр бер сығышығыҙ иҫтә ҡалырлыҡ!

Кисә йәмле Юрматы ерендә, Ишембай ҡалаһында мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI Республика бәйгеһе асылды. Унда Әлшәй районынан М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары - Байрас Сәләмов (Урал), Рамир Сабанчин (Шүлгән) һәм Азалия Сәләмова (Һомай) ҡатнашты. Был мәртәбәле сараға йәш сәсәндәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Сайранова әҙерләне, ә делегацияға район мәғариф бүлеге методисы Светлана Шәрипова етәкселек итте.