Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе

Һабантуй майҙанында башҡорт аҫалы балаҫтарының “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп” тип исемләнгән республика байрамы уҙасаҡ.

- Балаҫ һуғыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ, - ти Бәләкәй Аҡҡолай ауылынан Зәкирә апай Воронцова. – Тәүҙә һарыҡ йөнөн иләп, еп әҙерләйбеҙ, ҡайһы ваҡыт, әлбиттә, әҙер магазин ептәрен дә ҡулланырға тура килә, артабан ҡағыҙҙа буласаҡ биҙәкте төшөрәбеҙ, станокты ҡорабыҙ, унан инде эшкә тотонабыҙ. Бер һуға башлаһаң, туҡтағы ла килмәй, арҡаң ғына ауыртмаһын, - ти йылмайып, оҫта.

Зәкирә Хәлиулла ҡыҙының эштәрен, Әлшәй балаҫ һуғыусылары әйтеүенсә, бер кемдеке менән дә бутамаҫһың. Һәр балаҫы иҫ киткес матур биҙәктәре – серле геометрик фигуралар, символдар, һыҙаттар, йондоҙҙар һәм, әлбиттә, сағыу төҫтәргә буялған ептәре менән һоҡландыра. Бындай кәсеп менән ҡыҙыҡһыныуы әсәһе Нәсиха Мырҙагәрәй ҡыҙынан күскән. Ул хатта 96 йәшендә лә башҡорт балаҫы конкурстарында һәм күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан.

- Бала саҡта ауылда һәр ҡатын-ҡыҙҙың балаҫ һуғыуы иҫтә ҡалған. Ул ғәҙәти эш һаналды, - ти Зәкирә апай. - Беҙ, дүрт ҡыҙ үҫтек, әсәйебеҙ өйҙән сығыу менән станок артына ултыра торғайныҡ. Артыҡ “тырышлығыбыҙ” һәм биҙәктәрҙе боҙғаныбыҙ өсөн ҡайһы ваҡыт эләгә лә ине. Күршеләргә инһәң, унда ла мөйөштә туҡыу станогы тора. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, унда ла эшебеҙҙе “күрһәтә” инек, шулай итеп өйрәнгәнбеҙҙер инде...

Ә һуңынан быларҙың бөтәһе лә онотола. Балаҫтың кәрәге ҡалмай. Бөгөн Зәкирә апай күсмә халыҡ көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған был боронғо кәсептең яңынан тергеҙелеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Хәҙер инде балаҫтар бынан ун йыл элек өләсәйҙәребеҙҙең һандыҡ төптәрендә һаҡланған музей экспонаты түгел, ул йәнә көнкүрешебеҙҙең бер өлөшөнә әйләнде.

Был кәсепкә тап Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы кеүек оҫталар йән өрҙө, тиһәң дә хата булмаҫ. Ул ғына ла түгел, бөгөн уның туғыҙ йәшлек ейәнсәре Кристина менән алты йәшлек ейәне Артем да станок артында ултыра. Әгәр быға тиклем өләсәйҙәре һатып алған бәләкәй станокта эшләһәләр, хәҙер инде ҙурыраҡ балаҫ һуғып ҡарарға теләйҙәр.

- Бер станок артында өс оҫтаға ҡыҫыҡ булыр. Улымдан балалар өсөн уңайлырағын яһап биреүен һораным. Әйҙә, өйрәнһендәр, оҫталыҡтарын арттырһындар, - ти Зәкирә апай, сираттағы балаҫын башлап.

Читайте нас: