Бүләкләнеүселәр араһында спортсылар, фән әһелдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, энергетиктар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине.
“Бөгөн был залға сағыу шәхестәр йыйылған. Улар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте, таланты менән тормошобоҙҙо йәмләй, Башҡортостанды илебеҙҙең иң уңышлы, көслө төбәктәренең береһе итеү өсөн күп көс һала”, - тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ, айырым шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә туҡталып, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең һәр саҡ ваҡытында баһаланырға тейешлеген билдәләне. Бүләкләнеүселәр араһында шағирә, публицист, тәржемәсе һәм драматург Тамара Ғәниева ла бар, уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелде.
- Шағирҙың аҡылы, күңеле һәм туған теленән башҡа эш ҡоралы юҡ. Туған телгә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә, Радий Фәрит улы, рәхмәтемде еткерәм. Ғүмеремде туған тел ярҙамында һүҙ сәнғәтен булдырыуға арнаным. Туған телебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! - тине Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы, награданы ҡабул итеп.