Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иң матур ҡыҙҙар ҡайҙа? Әлшәйҙә!

Бына икенсе йыл инде районыбыҙ гүзәлдәре “Һылыуҡай” бәйгеһендә еңеү яулай

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республика матурлыҡ конкурсында Себенле ауылынан Өфө дәүләт аграр техник университеты студенты Әлфинә Кашапова еңеп сыҡҡайны. Ә быйыл “Һылыуҡай” тажын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография факультеты студенты, Ҡармыш ауылынан 19 йәшлек Ләйлә Шәкүрова яуланы.
Бәйгелә тағы ла бер Әлшәй сибәре, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты, Сураҡай ауылынан 21 йәшлек Наилә Йәнбирҙина ла уңышлы сығыш яһап, икенсе урынды алды. Бынан тыш, тауыш биреү йомғаҡтары буйынса беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ номинацияларҙа ла еңеүсе булды, Наилә – “Мисс интернет”, ә Ләйлә “Милләт байлығы” номинацияларында билдәләнде.
Башҡортостан һылыуҡайы исеме өсөн республиканың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәүҙән килгән 12 ҡыҙ көс һынашты. Конкурс финалында “Һылыуҡай”ҙың иң яҡшы традицияларын дауам итеп, ҡыҙҙар матурлыҡҡа, һомғоллоҡҡа, артистарса оҫталыҡҡа һынау тотто һәм, иң мөһиме, туған телде һөйөүҙәрен, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен белеүҙәрен дә күрһәтте.
Тәүге мөһим этап – республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған “визитка”ла ҡыҙҙар тыуған республикаларын нисек итеп сәскә атыусы төбәк итеүгә бәйле бик күп һоҡланғыс идеялары менән уртаҡлашты. Унда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ауыл хужалығын үҫтереү, урындағы етештереүселәргә ярҙам, республикала федераль юғары уҡыу йорттары асыу тураһында презентациялар бар ине. Яҡташыбыҙ Ләйлә Шәкүрованың сығышы тыуған яғына иҫ киткес һөйөү тойғоларын сағылдырҙы һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ булды.
“Мин Башҡортостанда этнотуризмды үҫтереү тураһында хыялланам. Тыуған районымда урынлашҡан Сусаҡтау республиканың тәбиғи ҡомартҡылары иҫәбендә. Мин унда Башҡорт йортон булдырырға һәм туристарҙы халыҡ йолалары, уйындары, милли аш-һыу менән таныштырырға теләйем. Улар башҡорт халҡының асылын аңлау өсөн үҙҙәре бейә һауып, ҡымыҙ бешеп һәм бишбармаҡ бешереп ҡараясаҡ. Һәр турист халҡыбыҙ йолаларын оҡшатып: “Мин Башҡортостанға тағы ла киләсәкмен”, тип әйтһен өсөн һәм донъялағы һәр кеше башҡорттар йәшәгән ерҙе барып күреү тураһында хыялланһын өсөн тырышысаҡмын”.
Тамашасылар ҡатнашлығында үткән интерактив конкурс ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, унда һәр кем бәйгелә ҡатнашыусыларға һорау бирә алды. Һылыуҡайҙар ярышында, әлбиттә, дефиле ла булды.
- “Бала саҡтан күңелемдә йөрөткән хыялым тормошҡа ашты, мин – республика матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланым. Үҙемде рухи яҡтан көслөрәк тоя башланым, артабан үҫешергә һәм яңы үрҙәр яулауға стимул барлыҡҡа килде. Республика һылыуҡайы тажын ысын башҡорт ҡыҙҙарына хас булғанса, намыҫ менән йөрөтөргә вәғәҙә бирәм, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге битендә Ләйлә Шәкүрова.
Әгәр былтырғы “һылыуҡай” Әлфинә Кашапова конкурс финалынан өр-яңы автомобилдә ҡайтып китһә, быйыл иһә Ләйләгә төп приз сифатында сит илдә тел буйынса стажировка үтеү өсөн махсус сертификат тапшырҙылар. Шуныһы ла мөһим, илде һәм телде ҡыҙ үҙе һайлай ала. Ләйлә әйтеүенсә, ул француз теле булыр, моғайын.

Читайте нас: