Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
15 Апрель 2019, 12:41

Уҡыу алдынғыһы, өлгөлө яугир

Яҡташыбыҙ Нәфис Хәйретдинов алыҫ Брянскиҙа тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Ватан алдындағы бурысын һалдат намыҫ менән үтәй, был хаҡта уның ата-әсәһе Гөлназ Сәлих ҡыҙы һәм Флүр Кәрим улына часть командирҙары рәхмәт хаты ебәргән. “Улығыҙ үҙен өлгөлө һәм тәртипле яугир булараҡ күрһәтте. Ул хәрби бурыстарын теүәл үтәй, үҙенә ышанып тапшырылған ҡорал һәм хәрби техниканы яҡшы белә, һәр эштә зирәклек һәм оҫталыҡ күрһәтә”.

Раевка егете, дипломлы белгес, ул башҡорт лицейын тамамлағандан һуң, Аксен агросәнәғәт колледжында агроном һөнәрен үҙләштерә, былтыр июль айында хеҙмәткә алына. Уҡыу йортон отличиеға тамамлаған Нәфис спорт менән дә шөғөлләнә, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә, беренсе синыфта уҡыусы ҡустыһы Эмилға үрнәк булып тора.

Егет хәрби хеҙмәттә лә һынатмай, һәр ваҡыт ата-әсәһенә, туғандарына һәм, әлбиттә, һөйгән ҡыҙына шылтыратып тора. Армиянан һуң эшкә урынлашырға, юғары белем алырға тигән теләк менән йәшәй. Тырыш һалдаттың бөтә уй-хыялдары ла тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: