Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
3 Апрель 2019, 15:01

“Һылыуҡай-2019” конкурсында – ике Әлшәй гүзәле

Өфөлә йыл һайын үткәрелгән республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы һайланылар.

Традиция буйынса жюри ҡыҙҙарҙың йөҙ-ҡиәфәтен генә түгел, уларҙың талантын, артислыҡ һәләтен, телде, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен белеүҙе лә баһаланы. “Һылыуҡай-2019” финалына ун бер ҡыҙ үтте, улар араһында, үткән йылдағы кеүек, беҙҙең райондан да ике сибәркәй бар. Улар - “Әлшәй һылыуы” титулына эйә Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Ҡармыш ауылынан 18 йәшлек Ләйлә Шәкүрова һәм шулай уҡ башҡорт һылыуҡайҙарының район конкурсы призеры, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты, Сураҡай ауылынан 21 йәшлек Наилә Йәнбирҙина. Тағы ла бер гүзәлебеҙ, “Һылыуҡай-2018” республика конкурсы еңеүсеһе Әлфинә Кашапова быйыл жюриҙа ултырасаҡ.
Финалда бөтәһе 12 ҡыҙ ҡатнаша. Ун икенсе һылыуҙың исеме “Мәскәү һылыуы-2019” конкурсында, 7 апрелдә билдәле буласаҡ.
Читайте нас: