Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
2 Апрель 2019, 13:08

Аҡ күбеккә батып, елдәй елеп, Сабып килә бәйге аттары...

Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың дүрт районы араһында “Терра Башҡортостан” тип аталған тәүге ат спорты турниры уҙҙы.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге аккаунтында Башҡортостан халҡын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. “Башҡорт өсөн ат - эшсе лә, яугир ҙә, байлыҡ та...Әлбиттә, хәҙер уның әһәмиәте үҙгәрҙе, әммә республикала аттарҙы элекесә бик яраталар. Меңдәрсә кеше беҙҙең үҙенсәлекле, сыҙамлы башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә. Беҙ быға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең турнир, әлбиттә, рәсми түгел, аттарыбыҙ донъя рекордын да ҡуймаясаҡ, әммә бындай сара һәр ваҡыт мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Халыҡ саҡырыуҙы ҡабул итте. Йылы трибуналарҙа ла, шулай уҡ асыҡ һауала ат сабыштарын ҡарарға килеүсе тамашасылар күп ине, бәйгенең тәүге этабында Әлшәй, Дыуан, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан 40 һыбайлы ҡатнашты.
Ул арала ипподром фойеһында сарала ҡатнашҡан райондарҙың йәрминкә-күргәҙмәһе ойошторолдо, унда мәҙәни-тарихи экспозиция, урындағы тауар етештереүселәр продукцияһы ҡуйылды, байрам ҡунаҡтары уларҙы тәмләп ҡараны һәм һатып алды.
Районыбыҙҙы социаль-мәҙәни үҙәк артистары, Надежда Самойлова етәкселегендәге Пионерҙар йорто педагогтары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан данлыҡлы призерҙар-ауыр атлеттар, аталы-ҡыҙлы Альбина һәм Рифат Миңлейәровтар, эшҡыуарҙар Әнүәр Рәжәпов, Ринат Зарипов һәм башҡалар лайыҡлы тәҡдим итте.
Әлшәйҙәр район етәксеһе Дамир Мостафин менән үҙҙәренең күргәҙмә-презентацияһында баш ҡала хакимиәте мэры Өлфәт Мостафинды ҡунаҡсыл ҡаршы алды, спорт ветераны Һәүбән Тажиев уға урындағы халыҡ оҫталарынан бүләк тапшырҙы. Абруйлы ҡунаҡтарға Руслан Ахуновтың крәҫтиән-фермер хужалығынан шифалы башҡорт эсемлеге – ҡымыҙ тәҡдим иттеләр.
Әлшәй районында йылҡысылыҡ малсылыҡтың төп тармаҡтарының береһе булып тора. Бөгөн 3000 баш, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 2000-дән ашыу ат иҫәпләнә. Районыбыҙ республикала йылҡысылыҡ буйынса етенсе урынды биләй. Ҡымыҙ етештереү буйынса – дүртенсе, ә Урал алды дала зонаһында икенсе урында тора. Фермерҙар Р. А. Ахунов, Н. Ф. Ғәлиәкбәров, Ф. Р. Әхмәтйәнов, А. Х. Ғәрифуллин, И. А. Заһретдинов иң күп ат тотоусыларҙан иҫәпләнә. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Наил Ғәлиәкбәров йыл һайын төрлө ат спорты сараларында ҡатнаша. Был юлы ла уның юртаҡтары, шулай уҡ Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе аттары бәйгелә ҡатнашты. Тәүҙә район вәкилдәре чемпионды муниципалитет эсендә билдәләп, һыбайлылар үҙ аттарында ярышты. Һуңынан дүрт еңеүсе һәм дүрт көмөш призер йәрәбә һалыу һөҙөмтәһендә эләккән “Аҡбуҙат” ипподромы аттарында уҙышты.
Турнир барышында дүрт сабыш һәм дүрт заезд уҙҙы. Тәүге ат сабышында Әлшәй районынан башҡорт тоҡомло аттар – Шантай (һыбайлы Илнур Ғәлиәкбәров), Ромашка (Рәмил Таһиров), Блэк (Антон Логачев), Багира (Алмаз Әхмәтйәнов), Ҡарлуғас (Илмир Зәйҙуллин), Ветерок (Илдар Ғаффанов), Грозный (Флорид Ильясов, Туған (Мөнир Еникеев) ҡатнашты. Финиш һыҙығын беренсе булып Ромашка үтте һәм ул Рәмил Таһировҡа еңеү килтерҙе, уға район хакимиәте кубогы тапшырылды.
Әлшәйҙәрҙән һуң бәйгегә дыуан һыбайлылары сыҡты. Егеттәрҙең береһе аттан ҡолап төшкәс, күптәр “ах” итте, бәхеткә күрә, уға әллә ни зыян килмәне...
Финал ярышы башланды. Унда беренсе һәм икенсе урындарҙы алған һыбайлыларға йәрәбә һалыу һөҙөмтәләре буйынса бөтөнләй таныш булмаған аттар эләкте. 1400 метр арала һигеҙ һыбайлы – һәр райондан икешәр спортсы ярышты. Дыуан районы һыбайлылары Монах һәм Аҡ барс ҡушаматлы айғырҙарҙа беренсе һәм икенсе урындарҙы алды. Әлшәйҙән Илнур Ғәлиәкбәров менән Рәмил Таһиров өсөнсө һәм дүртенсе урындарға сыҡты. Мауыҡтырғыс бәйгене тын да алмай ҡыҙыҡһынып ҡараған йөҙҙәрсә тамашасы үҙ оҫталығын күрһәткән һәүәҫкәр һыбайлыларҙы көслө алҡыштарға күмде.
- Финалға сығыу маҡсатына ирештек. Һыбайлыларыбыҙ яҡшы әҙерлек, һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, лайыҡлы сығыш яһаны. Хәҙер финалға әҙерләнәсәкбеҙ, - ти райондың ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов.
Ҡыҙыл таҫма юл буйлап яуланған наградаһы менән призер-әлшәйле Илнур Ғәлиәкбәров килә. Уны дуҫтары, таныштары, туғандары еңеү менән ҡотлай. Улы Тимур ҙа атаһы өсөн бик шат. Кем белә, бәлки, ул да киләсәктә атаһы кеүек ошондай абруйлы бәйгеләрҙә ҡатнашыр. Сөнки ат спорты районда яҡшы үҫешә, урындағы власть та быны хуплай, тимәк, уның киләсәге өмөтлө.
Республиканың эстрада йондоҙҙары ла сығыш яһаған йылдың иң мауыҡтырғыс ваҡиғаһы – ҙур мәҙәниәт һәм спорт байрамы тамамланды. Апрелдә турнирҙың икенсе этабы уҙасаҡ. Башҡортостан Башлығы призына финал сабыштары быйыл октябрҙә уҙасаҡ, унда Дыуан районы еңеүсеһе Илдар Нурғәлиев менән беҙҙең призер Илнур Ғәлиәкбәров та ҡатнашасаҡ. Уңыштар һиңә, Илнур!
Читайте нас: