Йәмле яҙҙар кеүек наҙлы башҡорт гүзәлдәренең йыл һайын үткәрелеүсе “Һылыуҡай” конкурсы ла тап ошо ҡабатланмаҫ мәлгә тура килә.
Башҡорт һылыуҡайы титулын яулау өсөн районыбыҙҙың Сураҡай, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Яңы Ҡыпсаҡ, Ҡармыш ауылдарынан һәм район үҙәгенән ете ҡыҙ йыйылды. Бәйгелә ҡатнашыусыларға сәхнәгә сығып тышҡы матурлыҡты ғына түгел, йырлау, бейеү һәләтен дә, актерлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде тота белеү маһирлығын да күрһәтергә кәрәк ине. Әҙәби башҡорт телен, тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен белеү ҙә төп шарттарҙың береһе булды. Бынан тыш, ҡыҙҙарға жюри ағзалары биргән һорауҙарға яуап биргәндә тапҡырлыҡ күрһәтеү ҙә зарур ине.
- Һылыуҡайҙарҙың сығышын баһалау еңелдән булманы, сөнки уларҙың бөтәһе лә иҫ киткес матур, һомғол буйлы, талантлы ине. Туған телде белеү кимәле буйынса ла һынатманылар, - ти жюри ағзаһы Айгөл Нуриәхмәтова.
Беренсе урынды Сураҡай һылыуы Наилә Йәнбирҙина алды. Уның ике туған һеңлеһе Лиана Йәнбирҙина, ул да шул ауылдан, тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды. Жюри “Иң талантлы” номинацияһын хаҡлы рәүештә Гөлфирә Сәмиғуллинаға (Яңы Ҡыпсаҡ ауылы) бирҙе. Лицейҙа уҡыусы синыфташтар, Раевка ҡыҙҙары Йәмилә Вәлиәхмәтова менән Камила Ғәзизова “Иң һөйкөмлө” һәм “Иң һомғол буйлы” тип табылды. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Роза Татлыбаева “Туған телгә тоғролоҡ өсөн” номинацияһын алды. Ә Әлшәйҙең төп һылыуҡайы титулы Ҡармыш ауылынан Ләйлә Шәкүроваға тапшырылды.
- Был еңеү минең өсөн – көтөлмәгән шатлыҡ, - ти 18 йәшлек һылыуҡай. Ләйлә – Башҡортостан педагогия университеты студенты, ул хореография буйынса педагог белгеслеге аласаҡ.
Еңеүсегә хәҙер инде үҙ исемен республика “Һылыуҡай” конкурсының һайлап алыу турында иҫбатларға тура киләсәк. Уңыштар һиңә, Ләйлә!