Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
25 Февраль 2019, 12:22

Йәш музыканттар – “Алтын баҫҡыс” лауреаттары

Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһына Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнашыусылар йыйылды.

“Алтын баҫҡыс” бәйгеһендә республика ҡалаларынан һәм райондарынан музыка мәктәптәрендә белем алыусылар һәм уларҙың педагогтары ҡатнашты. Конкурсҡа айырым йырсылар, дуэттар, триолар, ансамблдәр – бөтәһе 600-ҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Мәләүез, Ишембай ҡалалары, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре һәм башҡа төбәктәрҙән йәш таланттар үҙ оҫталығын күрһәтте.

Көслө музыканттар менән бер рәттән Раевка балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә лайыҡлы сығыш яһаны. 12 йәшлек һәм унан өлкәнерәк балалар араһында “Ҡатнаш дуэт” категорияһында, унда 70-тән ашыу конкурсант көс һынашты, Әлшәй музыканттарының бөтә өс ансамбле лә юғары оҫталыҡҡа эйә булыуын иҫбатланы.

Елена Кузнецова менән Дарья Родионованың дуэты II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. “Алтын баҫҡыс” конкурсының баһалама ағзалары Полина Рамаданова һәм Кристина Ивановаға - III дәрәжә лауреат, Айрат Яҡупов һәм Регина Хәйретдиноваға шулай уҡ III дәрәжә лауреат исеме бирҙе.

- Беҙҙең еңеүҙәребеҙ – балаларҙың ғына түгел, уларҙың уҡытыусылары – Марина Вениаминовна Попова (фортепиано) һәм Ольга Анатольевна Ғиззәтулиннаның (флейта) һәм шулай уҡ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләренең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе, - ти Раевка балалар сәнғәт мәктәбе директоры Александр Юшин.

Сәнғәт көмбәҙендә яңы үрҙәр яулауҙа уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, йәш музыканттар!

Читайте нас: