Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
7 Февраль 2019, 15:59

Их, өҙә баҫыуҙары!

Ҡармыш һылыуҙары “Ҡыр ҡаҙҙары” бейеүе менән Өфө тамашасыларын да һоҡландырҙы.

Башҡорт ҡыҙҙарына хас матур йөҙлө, һығылмалы зифа буй-һынлы, ипле баҫып, йөҙөп кенә, хисләнеп бейеп йөрөүсе был һылыу ҡыҙҙар Пионерҙар йортоноң Айгөл Йәнгирова етәкселегендәге “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Күптән түгел Өфөлә үткән ҙур мәҙәни форум - республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестивал-марафоны сиктәрендә “Эй, Әлшәйем, тыуған яғым!” концерт-презентацияһында ла уңышлы сығыш яһаны улар. Ҡармыш һылыуҙары башҡарған “Ҡыр ҡаҙҙары” бейеүен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Читайте нас: