Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясно
Беҙҙекеләр шулай ул!
30 Января 2019, 14:20

Башҡортостан кубогының “бронза” миҙалын яуланылар

Иң көслө команда исемен яулау өсөн Салауат ҡалаһына Башҡортостандың төрлө төбәктәренән спортсылар йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлшәй ауыр атлетика мәктәбе данын беҙҙең район командаһы ла яҡланы.
Ярыш йомғаҡтары буйынса Раевка штангасылары почет пьедесталының “бронза” баҫҡысына күтәрелде. Беҙ тәүге тапҡыр республика кубогында миҙал яуланыҡ, ти тренер Рифат Миңлейәров.
Лицейҙан 8-се синыф уҡыусыһы Денис Гортинский һәм 11-се синыф уҡысыһы Руслан Моратхужин үҙ ауырлыҡ категорияларында призлы урын алды. Ярышта 2-се мәктәптән Роман Макеев бик уңышлы сығыш яһаны. 77 килограмға тиклемге ауырлыҡта спортсы 102 килограмлы штанганы күтәрҙе. Өлкән спортсылар араһында көмөш миҙал яулаған етенсе синыф уҡыусыһы республиканың йыйылма командаһына индерелде. Тиҙҙән үҫмер Башҡортостан командаһы составында Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ.
Читайте нас