Презентацияға арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, райондың почетлы граждандары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, төрлө өлкәләр эшсәндәре һәм юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды.
Сарала абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте баш советнигы Арыҫлан Шаһаретдинов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы депутаты Антон Матренин, яҡташтарыбыҙ - ғалим-филолог, шағир һәм публицист Рәшит Шәкүр, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, районыбыҙҙың почетлы гражданины Виктор Пчелинцев, мәҙәниәт буйынса Йәмәғәт Советы рәйесе Рафаэль Шафиҡов һәм БР Башлығы эштәр идарасыһының беренсе урынбаҫары Гүзәл Насирова ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында ойошторолған күргәҙмә юбилей ваҡиғаһының йөҙөк ҡашы булды. Унда ҡуйылған бөтә әйберҙәр район тарихын, иҡтисад, спорт, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарҙы сағылдырҙы.
Ишектән ингән ҡунаҡтарға “Зарипов” икмәге һәм “Зариф” икмәкханаһында бешерелгән башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде, әйткәндәй, был продукттарҙы беҙҙә һәм күрше райондарҙа ғына түгел, республикабыҙ баш ҡалаһында ла беләләр һәм ҙур теләк менән һатып алалар. Шулай уҡ Әлшәйҙең популяр бренды – Башҡортостандың иң оҫта ҡымыҙ бешеүсеһе, республика конкурсы еңеүсеһе Руслан Ахунов алып килгән шифалы эсемлекте һәм бейә һөтөн тәмләп ҡараусылар күп булды.
Райондың бай тарихы менән таныштырыу Әлшәй биләмә-ара китапханаһы стендынан башланды, унда тыуған яғыбыҙ тәбиғәте үҙенсәлектәре һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, райондың барлыҡҡа килеү тарихы һәм, әлбиттә, төбәгебеҙҙе данға күмгән күренекле әлшәйҙәр тураһында бәйән ителде. Аксен агросәнәғәт колледжының күргәҙмәһе лә бай йөкмәткеле булды. Уҡытыусылар һәм студенттар был белем усағының ойошторолғандан алып бөгөнгө көндәргә тиклемге бер быуатлыҡ тарихы менән таныштырҙы. Иген һуҡтырыу өсөн 1905 йылғы пар машинаһының, 1913 йылғы тағылмалы урғыстың иҫке фотоһүрәттәре, уҡыу йортон тамамлау тураһындағы аттестаттың (дипломдың) 1912 йылғы тәүге өлгөһө күптәр өсөн ысын асыш булды. Оҙаҡ йылдар Ришат Әбделвәлиев етәкселек иткән колледждың һәм студенттарҙың хәҙерге заман ҡаҙаныштары ла ҙур урынды биләне. Надежда Самойлова етәкселегендә Пионерҙар йорто педагогтары ҡунаҡтарҙы, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренең күптәнге дуҫтары кеүек күңелле ҡаршы алды. Улар әҙерләгән ҙур күргәҙмәлә нимәләр генә юҡ ине! Ағастан, кейеҙҙән, сәйләндән ғәжәйеп матур ҡул эштәре, сувенирҙар һәм төрлө биҙәүестәр барыһының да күңеленә хуш килде. Ә хуш еҫле бесәндән яһалған атҡа, сусҡаға һәм эткә һоҡланмаған кеше ҡалманы. Үҙенсәлекле күстәнәс - пионерҙарса усаҡта бешерелгән картуф бөтәһенә лә оҡшаны.
Ағинәйҙәр тәҡдим иткән милли аш-һыу һәм эсемлектәр, ҡул эштәре лә күргәҙмәнең айырым бер биҙәге булды. Сағыу төҫтәр менән аҫаланған Дим балаҫтары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре, өҫ кейеме, кейеҙҙән баҫылған әйберҙәр, мамыҡ ойоҡбаштар, бейәләйҙәр һәм шәлдәр, сигелгән ашъяулыҡтар, картиналар һәм селтәрҙәр, фоамирандан сәскәләр барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Ошонда уҡ Аҡҡолай оҫталарынан аҫалы балаҫ һуғыу, орсоҡ менән йөн иләү серҙәрен дә белергә мөмкин ине.
Спортҡа күп иғтибар бүленгән райондың презентацияһы спорт ҡаҙаныштарынан башҡа үтмәне, әлбиттә. Һәүбән Тажиев етәкселегендә спорт даны музейынан боҙҙа, һауала, һыуҙа, йүгереү юлдарында, төрлө кимәлдәге рингтарҙа әлшәйҙәр яулаған кубоктарҙы һәм миҙалдарҙы ҡараусылар күп булды.
Балалар сәнғәт мәктәбенең Александр Юшин етәкселегендәге халыҡ музыка ҡоралдары оркестры башҡарған көйҙәр күргәҙмәгә йәм өҫтәне. Әлшәй оҫталары әҙерләгән баллы бауырһаҡ менән буҙаны тәмләп ҡарап һәм яҡташтарыбыҙҙың ижади эштәре, “Әлшәй” тип яҙылған фотозонала фотоға төшкәндән һуң ҡунаҡтар ҙа беҙҙең артистар менән бергә дәртле көйҙәргә рәхәтләнеп бейене.
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә оҙаҡ көтөлгән концерт райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары тураһындағы бай йөкмәткеле фильм күрһәтеү менән башланды. Бер театрлаштырылған тамашаны икенсеһе алмаштырҙы, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары йырҙар һәм бейеүҙәр ярҙамында район тарихы тураһында һөйләне, ә унда, көҙгөләге кеүек, Башҡортостандың бөтә тарихы сағылды. Сәхнәлә коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙары, әсәләрҙең, ҡатындарҙың өс мөйөшлө һалдат хаттарын көтөүе, иң төпкөл ауылдарҙа ла халыҡтың Еңеү тураһында ишетеп ҡыуаныуы һәм артабан бөтә ил менән халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуы иҫ киткес матур тамашаға әйләнде.
Залда ултырыусылар “Дарман” ир-егеттәр вокаль ансамбле, “Замана” фольклор-эстрада коллективы, “Забава” вокаль ансамбле, Раевка социаль-мәҙәни үҙәге гармунсылары, Себенленең - “Умырзая”, Казанка ауылының - “Чаровницы”, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙың – “Әхирәттәр”, Ташлының – “Гөлнәзирә”, Үрәҙмәттең – “Сөембикә”, Воздвиженканың “Кудесница” ижади коллективтары, талантлы Әлшәй йондоҙсоҡтары – балалар сәнғәт мәктәбе артистары: “Рамазан” ансамле ҡурайсылары, “Биҙәктәр” ансамбле бейеүселәре, Пионерҙар йортоноң “Йәшлек” бейеү коллективы, йырсылар Маргарита Гурьянова, Зөлфирә Ғәниева, йәш талант – Рамазан Садиҡов, Элиза Нәғимованың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Сәхнәлә күренекле әлшәйҙәр, тамашасыларҙың яратҡан артистары Наил Шәймәрҙәнов һәм Әнүәр Нурғәлиевтың, эстрадабыҙҙың өмөтлө йырсыһы Эльвира Мөхтәрованың моңло йырҙары йыйылыусылар өсөн һоҡланғыс бүләк булды.
Байрам аҙағында муниципаль берәмектәрҙең “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафонын дауам итеп, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин кушнаренколарға штандарт тапшырҙы.
“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны район тормошонда ғына түгел, ә унда ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙең күңелендә сағыу ваҡиға булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Залда алма төшөр урын да булманы, был сағыу тамаша ысын мәғәнәһендә бала саҡ һәм йәшлек дуҫтарының, оҙаҡ көтөлгән осрашыуы, танышыуҙар һәм данлыҡлы яҡташтарыбыҙ менән күрешеүҙәр марафонына әйләнде. Әлшәй ерендә ижад иткән шағир Илмир Мөхәмәтйәнов дан йырлаған таланттар һәм оҫталар төйәге булған районыбыҙ был көндө баш ҡалабыҙ сәхнәһендә күҙгә күренмәҫ ептәр менән бөтә ижад һөйөүселәрҙе берләштерҙе