Клуб, китапхана һәм музей хеҙмәткәрҙәре араһындағы был бәйге мәҙәни-масса эшмәкәрлегендә ыңғай тәжрибәне, алдынғы эш алымдарын өйрәнеү, яңы технологиялар ҡулланыусы белгестәрҙе дәртләндереү һәм, әлбиттә, мәҙәни-ял учреждениелары эшмәкәрлеген камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иҫәбенә Торонтайыш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илфаҡ Ҡунафин һәм Ҡармыш ауыл китапханаһы китапханасыһы Мәрзиә Абдрахманова ла инде.
- Илфаҡ Мәсғүт улы һәм Мәрзиә Нәүил ҡыҙы “Йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә хаҡлы рәүештә лайыҡ. Улар – үҙ эшенең ысын оҫталары, коллегалары, иң мөһиме. ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Һәр ваҡыт ауылдың һәм райондың мәҙәни тормошонда, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнайҙар. Күп йыллыҡ һөнәри тәжрибәгә эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан - Илфаҡ Мәсғүт улы туған мәҙәниәт усағында – 30, ә Мәрзиә Нәүил ҡыҙы китапхана эшендә 25 йыл хеҙмәт һала, улар үҙҙәренең күп яҡлы ижади эшмәкәрлегендә даими яңы эш алымдары ҡуллана, - тип аңлатма бирҙе мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов.